Башҡортостандан бер төркөм махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре Карелияға ял итергә юлланды. Был сәйәхәт Рәсәй Оборона министрлығы, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды һәм Рәсәй тимер юлдары тарафынан ойошторолған «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!» илһөйәрлек проекты ярҙамында ойошторолдо.
Проекттың төп маҡсаты – яраланған һәм реабилитация үткән хәрби хеҙмәткәрҙәргә, уларҙың ғаиләләренә, һәләк булған махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам күрһәтеү.
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Карелияға дүрт көнгә 20 кеше юлланған. Маршрут Петрозаводск, Сортавала, Рускеала, Выборг ҡалалары аша үтә. Экскурсия программаһында тәбиғәт ҡомартҡыларын ҡарау, мәҙәни программа һ.б. ҡаралған.
«Сәйәхәт кешене байыта. Экскурсияла ҡатнашыусылар араһында яугирҙәрҙең әсәләре һәм тол ҡатындары бар. Улар тәбиғәттең төрлөлөгөн, архитектура ҡомартҡыларын, башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен күрәсәк. Яңы тәьҫораттар үҙенсәлекле психологик ярҙам булыр тип ышанабыҙ», – ти «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
Сәйәхәт маршрутына Петрозаводскиҙа Кивач ҡурсаулығында булыу, Кантеле йортонда концерт ҡарау, «Карелия» милли паркына экскурсиялар, Рускеала тау паркындағы Мәрмәр каньонына экскурсия, Выборгта Һарай утрауын ҡарау ингән. Артабан сәйәхәтселәр Мәскәүгә ҡайтасаҡ.
Шуны билдәләргә кәрәк, 2022 – 2023 йылдарҙа «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!» проектына ярашлы 23 махсус туристик поезд рейсы башҡарылған. 2022 йылда проектта – 1500, 2023 йылда – 4150, 2024 йылда 5650 кеше ҡатнашҡан.