«Китаптарҙың сиге юҡ!»
"Белорусь" нәшриәтенең реклама бүлеге мөдире Анжела Садовская Өфөлә үткән «Китап-байрам» күргәҙмәһендә үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Уның әйтеүенсә Беларусь һәм Башҡортостанды тыуған илгә һәм йолаларҡа һаҡсыл булған ҡараш берләштерә.
«Һеҙ үҙ йолаларығыҙҙы һаҡлайһығыҙ һәм яҡлайһығыҙ. Был һеҙҙең китаптарығыҙҙа ла сағылыш тапҡан. Милли йөҙөгөҙ булған мәҙәниәтегеҙ, телегеҙ, тарихи геройҙарығыҙ - барыһы ла китаптарығыҙҙа сағылыш тапҡан. Ысынлап та, китаптарҙың сиге юҡ», - тине Анжела Садовская.